Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

         Һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәктә яуым-төшөм аҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә яҙғы ташҡынға ҡаршы саралар ҡабул ителде.

Прочесть | Комментариев: 0 |

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында «Еңеү салюты» республика конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларының «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемдәр йөрөтөүсе ижади коллективтарының сағыу сығыштары тәҡдим ителде.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

Баш ҡалала быйылғы йылда беренсе тапҡыр 50 ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Тантанала иң ҙур делегация Хәйбулланан булды. Төбәктең ун гүзәл заты - Бүребайҙан М.Н.Поручай, Л.Ҡ.Үзбәкова, О.Ю.Ткаленко, Бәләкәй Арыҫланғолдан Х.F.Ишемғолова, А.М.Сурина, Иҫәнгилденән А.Ф.Байгилдина, Әҙелдән М.Р.Исламдинова, Ивановканан Р.З. Тимербаева, Мәмбәттән Г.Х.Биишева, Әбештән В.В.Илембәтова юғары наградаға лайыҡ булды.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Уҙған йомала Сибай ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә мини-футбол буйынса беренселек үткәрелде. Унда 2000, 2001, 2002 йылғы малайҙарҙан торған өс команда ярышты.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

           Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге тарафынан бирелгән тыуыу, үлем, никахты теркәү һәм тарҡатыу тураһындағы таныҡлыҡтарҙы ҡабатлап алыу (дубликат) мәсьәләре буйынса Сибай ҡалаһының Горький урамы, 74 К адресында урынлашҡан Күп тармаҡлы үҙәккә мөрәжәғәт итергә. Белешмәләр өсөн телефон: 5-75-06, 5-75-07.

Прочесть | Комментариев: 0 |

Сибай ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы, традицион конфессиялар, милли берекмә һәм йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашлығында «Диндәр диалогы һәм милләттәр берҙәмлеге—йәмғиәттәге патриотизм нигеҙе» исеме аҫтында эшлекле кәңәшмә үтте. Республика Башлығы янындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса Совет рәйесе В.П.Пятков етәкселегендәге сарала мәртәбәле ҡунаҡтар һәм Урал аръяғы райондарынан диндарҙар ҡатнашты.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 Сибай ҡалаһы йәмәғәтселеге быйыл да «Үлемһеҙ полк» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашасаҡ. Былтыр был сараға йөҙҙән ашыу кеше ҡушылһа, быйыл ҡатнашыусылар һаны бермә-бер артыуы көтөлә.

 

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 Башҡортостан Хөкүмәте биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Өмәләр 11 апрелдән 16 майға тиклем барасаҡ. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Бөйөк Еңеүҙең—70, ҡаланың 60 йыллығы уңайынан төҙөкләндереү, таҙартыу эшенә иртә яҙҙан тотоноуҙы бурыс итеп ҡуйҙы. Ошо маҡсатта 19 марттан «Таҙа кесаҙна»лар тергеҙелә.

 

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

25 мартта Сибай ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы янындағы дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр Советы «Дин һәм милләт берҙәмлеге диалогы—йәмғиәттәге патриотизм нигеҙе» исемле эшлекле кәңәшмә үткәрә.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

      Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Владимир Александрович Нагорный килде. Премьер-министр урынбаҫарының беҙҙең ҡалаға килеүенең төп маҡсаты—шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү булһа ла, ул төбәк менән танышыуҙы төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын, транспорт инфраструктураһын ҡарауҙан башланы. Владимир Александровичты Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов оҙатып йөрөнө.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы, Белорет ҡалаһында почта хеҙмәткәрҙәре араһында халыҡ ижады фестивале үтте. Унда беҙҙең яҡташтар ҙа ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, милли колорит һәм сағыу номерҙары менән айырылып торған Баймаҡ почтамты хеҙмәткәрҙәре беренсе урын яуланы. Икенсе урынға белореттар сыҡһа, өсөнсө урын сибайҙарға бирелде.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

2015 йылдың 16 мартынан Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан минималь процент ставкаһы буйынса (21 процент) кредиттар юллауға документтар ҡабул итә башланы. Өҫтәмә мәғлүмәт, шулай уҡ документтар туплауҙа ярҙам алыу өсөн «Урал аръяғының эшлекле донъяһы» бизнес-үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Белешмәләр өсөн телефон: 2-22-92, e-mail: busincub@mail.ru

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

             Әгәр һеҙ мөлкәтегеҙҙе һаҡлауға битараф булмаһағыҙ, Сибай район-ара ведомствонан тыш һаҡ бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Март айында барған махсус операция сиктәрендә бүлек фатирығыҙҙы заманса технологияларға ярашлы һаҡ аҫтына ала. Fариза биреү өсөн Островский урамы, 7 адресы буйынса мөрә-жәғәт итергә. Белешмәләр өсөн телефон: 2-36-83, 5-83-83 (тәүлек әйләнәһенә), 2-36-43 (эш мәлендә).

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Быйыл 2 февралдән Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы «Еңеү» марафоны старт алды. Был сарала республикабыҙҙың барлыҡ ҡалалары һәм райондары ҡатнаша. Марафон сиктәрендә Башҡортостандың төрлө төбәктәре буйлап «Мәңгелек ут» капсулаһы «сәйәхәткә» сыҡты. Сибайҙарға Еңеү символы Йылайыр районынан килгәйне.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Сибай ҡалаһынан Чернобыль АЭС-ы һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға 17-18 мартта Үҙәк ҡала дауаханаһында медицина тикшереүе үткәрелә. Килеү мотлаҡ. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-937-334-24-80.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

  А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт баш-ҡорт драма театры сәхнәһендә—премьера. 16 һәм 17 мартта Ризван Хәмидтең «Әллүки» пьесаһы буйынса әҙерләнгән «Юғалған йәшлегем» мелодрамаһы тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Ә 18 мартта Т.Килмөхәмәтовтың «Йәнкиҫәг»ен ҡарай алаһығыҙ. Эсфир Йәһүҙин пьесаһы буйынса әҙерләнгән «Эт саба, тип...» комедияһын март аҙағында сәхнәләштерергә ниәт итәләр.

 

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

Сибай ҡалаһында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы» миҙалы тапшырыла башланы. Иң тәүгеләрҙән булып награда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм тылда намыҫлы хеҙмәт иткән 30 ҡатын-ҡыҙға тапшырылды.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

  «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы буйынса 1 марттан 31 мартҡа тиклем газды хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса айлыҡ иғлан итте.

 

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

Сибай ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы эшсәндәре яҙғы мәлдә икеләтә көс менән эшкә тотонған.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

       2015 йылдың 1 мартынан Рәсәйҙә ер реформаһы башланды. Реформаға ярашлы һәр Рәсәй гражданына, ғаиләһенә буш ятҡан ерҙәрҙе алып, унда хужалыҡ ойоштороу мөмкинселеге бирелә.  

Прочесть | Комментариев: 0 |
Страниц: 1 2 3 4 5 > >>
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай