Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

Сибай ҡалаһының М.Fафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында уҙған «Рәсәй саңғы юлы-2015» күмәк спорт ярышында 600-гә яҡын кеше саңғыға баҫты. Бөйөк Еңеүҙең—70, Сибай ҡалаһының 60 йыллығына арналған сарала сибайҙар ғына түгел, Баймаҡ, Хәйбулла районы саңғысылары ла ҡатнашты.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

3 февралдә сираттағы эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева килеп китте. Ул ҡалала барған ике мәртәбәле сарала ҡатнашып, аҙаҡ Үҙәк ҡала дауаханаһының күптән түгел тәғәйенләнгән баш табибы менән осрашты.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

        1 апрелдән социаль (ҡартлыҡ, инвалидлыҡ, ҡараусыһын юғалтыу буйынса) пенсия индексацияланасаҡ. Социаль пенсия 17,1 процентҡа артасаҡ, йәғни һумдарға әйләндергәндә 550 һумдан 1300 һумға тиклем аҡса өҫтәләсәк. Инвалидлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы 1,7 процентҡа, аҡсалата берәмектә уртаса 130 һумға арта. Бынан тыш, айлыҡ аҡсалата түләүҙәр 5 процентҡа индексацияланасаҡ.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

        4-5 апрелдә БДУ-ның Сибай институтында «Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Мираҫ» хәйриә фонды инициативаһы буйынса сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн «Асыҡ ишектәр» көнө ойошторола. Урал аръяғы төбәгенең ҡала һәм райондары мәктәптәрен быйыл тамамлаусылар Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Өфө ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашасаҡ.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

        Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы «Мин яратам һине, тормош!» республика оло йәштәгеләр ижады фестиваленең гала-концерты уҙҙы. Республикала өсөнсө йыл рәттән ойошторолған сараның төп маҡсаты—өлкән йәштәге кешеләр араһында таланттар эҙләү, һәләттәрен асыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡ ижадын үҫтереү.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

     «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте хәрби иҫәпте һәм граждандарға бронь тәғәйенләүҙе иң яҡшы ойоштороусы республика смотр-конкурсында дипломант булып танылды. 2013 йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә ҡәҙәр Башҡортостанда урындағы үҙидара һәм республика ойошмалары араһында запаста булған граждандарҙы хәрби иҫәптә тотоу һәм бронь тәғәйенләүҙе иң яҡшы ойоштороусыға смотр-конкурс иғлан ителгәйне.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

      Сибай ҡалаһының «Мир» кинотеатрында «Етегән» фильмының премьераһы һәм фильм өҫтөндә эшләгән ижади төркөм менән осрашыу булып үтте. Фильм башҡорт легендаларында һәм йырҙарында урын алған ете ҡыҙ яҙмышын һүрәтләй һәм тулыһынса көйҙәр менән оҙатылып бара. Һәр ҡыҙҙың яҙмышы айырым-айырым экранлаштырыла, улар күргән һәм кисергәндәр күҙ алдына баҫтырыла. Ярты сәғәт эсендә ете ҡыҙ яҙмышына төшкән ваҡиғалар аша халҡыбыҙҙың үткәнен, тарихи кисерештәрен белергә була. Фильмдың продюсеры—Рияз Исхаҡов, режиссер-ҡуйыусыһы—Айсыуаҡ Йомағолов.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

         Юлдарҙа авария осраҡтарын кәметеү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барылыуға, закондарҙы ҡәтғиләштереүгә ҡарамаҫтан, төрлө сәбәптәр арҡаһында фажиғәле осраҡтар булып тора һәм, үкенескә ҡаршы, уларҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Башҡортостан Республикаһы буйынса 2013 йылда 4979 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән һәм шуларҙа 709 кеше һәләк булған, 6239-ы яралар алған. Эскән килеш руль артына ултырған водителдәр тарафынан 125 тапҡыр юл ҡағиҙәләре боҙолған һәм 36 кеше һәләк булған. Водителдәр ғәйебе менән яһалған авариялар һаны ла аҙ түгел, ул 4176-ны тәшкил итә.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

        Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан Сибай Үҙәк ҡала китапханаһының 2-се филиалында БДУ-ның Сибай институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге студенттары араһында сәмле ярыш үтте.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

         Сибай һөт-консерва комбинатын тергеҙеү буйынса республика Хөкүмәтенең күсмә кәңәшмә уҙғарылды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Николай Коваленко, Баймаҡ районы, Сибай ҡалаһы хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

     Сибай ҡала хакимиәтендә республика, Рәсәй конкурстарында, ярыштарында ҡатнашыусыларҙы, еңеүселәрҙе тәбрикләү йолаһы бар. Сираттағы тантанала ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов «Горняк-2002» хоккей командаһы һәм уларҙың тренерҙары С.Х.Вәлеев, А.И.Нәжметдиновтарҙы тәбрикләне. Йәш хоккейсылар Киров өлкәһенең Кирово-Чепецк ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй «Алтын шайба» төбәк ярышында ҡатнашып, 4-се урын яулап ҡайтҡан. Бындай мәртәбәле ярышта республика намыҫын яҡлау хоҡуғын улар төбәк Балалар хоккей лигаһында еңеүсе булараҡ яуланы.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

       25 мартта Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә оло йәштәге кешеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» фестиваленең гала-концерты үтә. Башлана 17.00 сәғәттә. Инеү бушлай, рәхим итегеҙ!

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

       Сибай ҡалаһында йыл да үткәрелеп килгән һәм матур традицияға әүерелгән бәйгеләр бар. Шуларҙың береһе—яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Fарипова призына мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған ижади конкурс. Ҡала мәғариф бүлеге, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы һәм «Атайсал» гәзите мөхәрририәте берлегендә быйыл да был сара ойошҡанлы һәм берҙәм булып үтте.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

      Сибай ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты III Урал аръяғы йәштәр инициативалары форумында әүҙем ҡатнашырға, йәштәрҙе үҙ проекттары, идеялары менән уртаҡлашырға саҡыра. Инициативалы йәштәр Ленин урамы, 9/1, 103-сө бүлмәгә йәки 8-937-343-01-25 телефонына мөрәжәғәт итә ала.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

       26 февралдә Сибай ҡалаһының Таусылар проспектындағы 6/3-сө күп ҡатлы йортонда газ шартлау сәбәпле янғын сыҡҡанлыҡтан, хакимиәт башлығы ҡарары менән ҡала биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл индерелгәйне. 2014 йылдың 14 мартында ҡарар үҙ ғәмәленән сыҡты. Шартлау арҡаһында бер кеше Үфө ҡалаһының тән бешеүҙе дауалау үҙәгенең реанимация бүлегендә вафат булды, тағы өс кеше дауаханала ятып сыҡты.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

       Бөгөн Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә «Сибай йондоҙҙар ҡабыҙа» исемле ҙур телевизион проектҡа старт бирелә. Йыр-бейеүгә һәләтлеләр билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре менән шөғөлләнеп, бер нисә этапта ярышасаҡ. Иң-иңдәр декабрҙә үтәсәк гала-концертҡа барып етәсәк.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

24 мартта А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры үҙ тамашасыларына Р.Кинйәбаевтың «Ҡарауыл! Ҡәйнәмде урлағандар!» комедияһы буйынса әҙерләнгән премьера тәҡдим итә. Ул 27 мартта—Халыҡ-ара театр көнөндә лә күрһәтеләсәк. Ә 25 мартта С.Әбүзәрҙең «Хыялый» трагикомедияһын ҡарай алаһығыҙ.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

Торлаҡ-коммуналь хужалығы—кешеләрҙе яҡшы йәшәү шарттары менән тәьмин итеүсе, шунлыҡтан халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләүсе тармаҡ. Был өлкәнең тотороҡло, ышаныслы эшләүенә, хужалыҡ эшселәренең һөнәри оҫталығына һәм яуаплылығына һәр йорттоң, һәр ғаиләнең именлеге бәйләнгән.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

БДУ-ның Сибай институты студенты, спорт мастеры Азамат Мусин Ҡарасәй-Черкес Республикаһында уҙған кикбоксинг буйынса Рәсәй беренселегендә Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Мәртәбәле ярышта Башҡортостан намыҫын яҡлаған егет Венгрияла уҙасаҡ Донъя кубогында илебеҙҙең йыйылма командаһы составында сығыш яһаясаҡ. Ә октябрҙә ул Францияла уҙасаҡ Европа чемпионатында ҡатнашасаҡ.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

Башҡортостан Республикаһының территориаль үҫеш буйынса агентлығы 2013 йылға муниципаль райондар һәм ҡала округтарының социаль-иҡтисади үҫешенең айырым күрһәткестәренә мониторинг үткәрҙе. Һөҙөмтәләр буйынса Сибай ҡалаһы «Ҡала округтары» төркөмөндә өсөнсө урында билдәләнде. Беренсе урында Салауат ҡалаһы булһа, икенсе урынға Нефтекама ҡала округы лайыҡ булды.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |
Страниц: << < 1 2 3 4 5 6 7 > >>
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай