Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

Республиканың иң билдәле гүзәллек бәйгеһе «Һылыукай-2014» финалында Гран-приҙы Рәми Fарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы 16 йәшлек Раушания Юлдыбаева (өҫтәге һүрәттә) яуланы.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 Сочиҙа барған Паралимпия уйындарын сәләмләп, Сибай ҡалаһында инвалидтар араһында спорт уйындары байрамы үткәрелде. Ҡала округы хакимиәте, спорт комитеты һәм инвалидтар йәмғиәте берлегендә ойошторолған күркәм сарала йөҙгә яҡын кеше ҡатнашып, спорт залы гөрләп торҙо. Башта байрамды тантаналы асып, йыйылыусыларҙы хакимиәт башлығы урынбаҫары Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин тәбрикләне. Унан ҡала хакимиәтенең спорт комитеты етәксеһе Радик Лоҡман улы Fәбитов ярыштарҙың программаһы менән таныштырҙы.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

Һеҙҙе бөтә йөрәктән яҙҙың һоҡланғыс байрамы—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!

Тормошобоҙҙағы бар матур башланғыстар ҡатын-ҡыҙ образы менән тығыҙ бәйләнгән. Тап һеҙ беҙҙең донъябыҙҙы яҡтыраҡ итәһегеҙ, уға нур һәм изгелек өҫтәйһегеҙ, һөйөү һәм миһырбанлыҡ менән тултыраһығыҙ. Һәр кем өсөн иң мөһим ҡиммәттәр һаналған ғаилә, йорт, туған усаҡ йылыһы кеүек төшөнсәләр тап һеҙҙең менән бәйле. Һеҙ ир-егеттәрҙе батырлыҡтарға, ижадҡа, фиҙаҡәр хеҙмәткә әйҙәйһегеҙ, һеҙҙең хаҡҡа бөйөк һәм изге эштәр башҡарыла.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

8 Март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы ял көнөнә—шәмбегә тура килә. Хеҙмәт кодексына ярашлы, был ял көнө дүшәмбегә—10 мартҡа күсерелә. 7 марттағы эш оҙайлығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Шулай итеп, 8, 9 һәм 10 март ял көндәре булып иҫәпләнә.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

15 мартта билдәләнәсәк Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө айҡанлы Роспотребнадзорҙың Сибай район-ара бүлеге 12 мартта 9.00-16.00 сәғәттәрҙә «Тура бәйләнеш» ойоштора. Сибай ҡалаһында 8 (34775) 3-31-21, 2-44-71, Баймаҡта 8 (34751)2-14-68 һандарына шылтыратып, ҡулланыусылар өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар бирергә була. Ә 13 мартта бүлек хеҙмәткәрҙәре «Асыҡ ишектәр» көнө үткәрә. Был көндө лә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре күтәреләсәк, уларҙы борсоған һорауҙарға яуаптар биреләсәк.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

        Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында мәктәп уҡыусылары араһында башҡорт КВН-ы үтте. Күңелле сара Мәҙәниәт йылына, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Лицейҙың матур итеп биҙәлгән сәхнәһендә 14 команда осрашты. Уларҙы ошо белем усағының директоры Иштуған Рәйес улы Ноғоманов тәбрикләне. Ҡала мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлапова уйын шарттары менән таныштырҙы, командаларға уңыштар теләне.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

Сибай гимназия-интернаты психологы Айгөл Юлай ҡыҙы Йосопова республикала беренсе тапҡыр ойошторолған «Педагог-психолог—2014» бәйгеһенән лауреат исемен яулап ҡайтты. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған 32 конкурсант араһында ҡыҙыу барған бәйгенең финалына 7 кеше сыға. Үҙең менән таныштырыу, асыҡ дәрес, оҫталыҡ класы, килеп тыуған хәлде сисеү кеүек ярыш төрҙәрендә Айгөл Юлай ҡыҙы бер ҙә һынатмай.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

Сибай ҡалаһында «2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһы»н тормошҡа ашырыу буйынса Координацион советтың күсмә ултырышы үтте.

 

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

         27 февралдә Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә санитар-эпидемиологик комиссияның сираттағы ултырышы булып үтте. Һөйләшеүҙә хакимиәт башлығы урынбаҫары И.Р.Хәйруллин етәкселегендә «Роспотребнадзор» идаралығының Сибай район-ара бүлеге начальнигы И.Ф.Fилмуллин, эксперт Ю.Р.Сәйғәфәрова, Үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы Р.А.Fөбәйҙуллин, мәғариф бүлеге начальнигы F.Ә.Хәсәнов, Сибай ҡалаһындағы гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Т.В.Мәүлетов һәм ҡайһы бер мәктәп директорҙары ҡатнашты. Көн тәртибендә йәй айҙарында хәүеф тыуҙырыусы эсәк инфекцияһы ауырыуҙарын иҫкәртеү, профилактикалау һәм ҡалала «А» гепатиты вирусы таралыуҙы сикләү мәсьәләләре ҡаралды.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

          Сибай үҙәк ҡала китапханаһында Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең урындағы ағзалары өсөн традиция буйынса ике байрамды—Ватанды һаҡлаусылар һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн берләштергән «Ихлас күңелдән» исемле матур сара үтте. Алып барыусы И.Н.Байымова көслө заттарға ихтирам менән «Ир-уҙаман тигән бик шәп исем» һәм һоҡланғыс ханымдарға «Эй, ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙ ниндәй бөйөк!» тигән һүҙҙәр менән аталған байрамды асып ебәрҙе.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

          26 февралдә Сибай ҡалаһының Таусылар проспектының 6/3-сө йортоноң беренсе ҡатында шартлау яңғырап, янғын сыға. Был фажиғә газ ярҙамында үҙ ғүмерен ҡыйырға теләгән ир кеше арҡаһында килеп тыуа. Һөҙөмтәлә 9 фатир зыян күрә, торлаҡ йорттан 34 кеше эвакуациялана. Ҡазаға тарыусыларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары ҡаланың 24-се һөнәрселек лицейы, педагогия колледжы, Балалар спорт мәктәбендә булдырылған. Әлеге көндә пукттарға 3 кеше урынлаштырылған, 9 кеше туғандарына һыйынған, 18 кеше үҙ фатирҙарына ҡайтҡан. Һөнәрселек лицейы ашханаһында туҡланыу ойошторолған.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

         Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы милеккә бәйле уғрылыҡты киҫәтеүгә, торлаҡ секторҙа террорға ҡаршы именлекте тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ошоға бәйле Сибай ҡалаһында 25 февралдән 4 мартҡа тиклем «Хәүефһеҙ йорт, фатир, автомобиль» тип аталған профилактик операция уҙғарыла. Сараның маҡсаты—граждандарҙың шәхси мөлкәтенә ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙе һәм тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлау, киҫәтеү. Сибай ҡалаһы буйынса район-ара ведомствонан тыш һаҡ бүлеге фатирҙарҙы, шәхси йорттарҙы, гараждарҙы һаҡлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Әгәр ҙә йорт-мөлкәтегеҙҙең имен булыуын теләһәгеҙ, Островский урамы, 7-се йортҡа йәки 2-36-83, 5-83-83 телефондарына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

          Ошо көндәрҙә баш ҡалала уҙған Башҡортостан Республикаһының мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ коллегияһы ултырышында Сибай ҡалаһының мәғариф бүлеге айырым билдәләп үтелде. 2013 йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса ҡаланың мәғариф бүлеге иң яҡшыһы тип табылып, Башҡортостан Республикаһының мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығының Сифат билдәһе менән наградланды.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

          Сибай гимназия-интернаты уҡыусылары йыл һайын Өфө ҡалаһында арҙаҡлы шағирыбыҙ Рәми Fариповтың исемен мәңгеләштереүгә бағышлап үткәрелгән «Fарипов уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли республика конференцияһында ҡатнашып килә. Быйыл да улар мәртәбәле саранан еңеү яулап ҡайтты.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

         Сауҙа—Сибай ҡалаһы иҡтисадының инвестициялар йәлеп итерҙәй өлкәләренең береһе булып ҡала килә. Был хаҡта ҡала округы хакимиәтенең сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, эшҡыуарлыҡты үҫтереү комитеты 2013 йылға йомғаҡ яһағанда ла айырып әйтелде. Был өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн уҙған йыл уңышлы булған. Сауҙа әйләнеше 11 миллиард һум тәшкил иткән. «Тандер», «Риана», «Ләйсән», «Йәйғор», «Төҙөлөш ихатаһы», «Бизнес-консалт» йәмғиәттәре, «Фарма» дарыуханалар селтәрендә сауҙа әйләнеше һиҙелерлек артҡан.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

           Халыҡ күп йыйылған урындарҙа, байрам саралары мәлендә төрлө күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн һәр кемдән уяулыҡ талап ителә. Һеҙҙең иғтибарға төрлө хеҙмәттәрҙең «ышаныс телефондарын» тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы - 8 (347) 128, кеҫә телефонынан - 128. РФ Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығы - 8 (347) 233-99-99. Сибай ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге - 5-44-12. Сибай ҡалаһыныңҒғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге 3-44-30.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

          Џткљн аЎнала Сибай гимназия-интернатында гимназиялар, лицей-интернаттар араўында «Шаяниум» юмор фестивале булып Јтте. Бында бѳтљўе ѳс команда—Сибай гимназия-интернатынан «Кендек», Баймаќ лицей-интернатынан «Йылмайликтар» ўљм Р.Ѳмѳтбаев исемендљге башќорт лицейынан «Болћаќтар» командалары ќатнашты. СараныҐ баћымсыўы булып «Газпром» ойошмаўы сыћыш яўаны.  

Прочесть | Комментариев: 1 |

             Тѳбљк тикшеренеЈЎљр институты БДАУ-ныҐ Урал аръяћы филиалы менљн берлектљ «Башќортостан РеспубликаўыныҐ Урал тѳбљге: кеше, тљбићљт, йљмћиљт» тѳбљк-ара ћилми-ћљмљли конференция уЎћарЎы.

Прочесть | Комментариев: 0 |

           Ђлеге кѳндљ Учалы тау-байыќтырыу комбинатыныҐ Сибай филиалында ќалдыќтарЎы ўаќлау њсњн тљћљйенлљнгљн объект тѳЎѳлѳшѳ бара.

Прочесть | Комментариев: 0 |

        Ћайлау участка комиссиялары протоколдарын тулыўынса эшкљрткљндљн ўуҐ, Сибай буйынса ДљЈлљт Думаўы депутаттарын ўайлауЎа «БерЎљм Рљсљй» партияўы беренсе урында. Ућа ўайлауЎа ќатнашыусыларЎыҐ 72,94%  тауыш бирЎе. Икенсе урында – КПРФ (17,34%). Артабан ЛДПР (3,74%), ЉљЎел Рљсљй (3,38%), «Яблоко» (1,01%), «Рљсљй партиоттары» (0,37%), «УҐ эш» (0,27%). Тауыш биреЈЎљўайлаусыларЎыҐ 81,04% ќатнашты.

Прочесть | Комментариев: 0 |
Страниц: << < 1 2 3 4 5 6 7 8 > >>
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай