Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

 

26 февралдә Башҡортостан кинотеатрҙарында «Әсә» фильмының премьераһы прокатҡа сыҡты. Әлеге көндә ул Сибай ҡалаһының «Мир» кинотеатрында үҙ тамашасыларын тапты.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө айҡанлы Сибай район-ара туберкулезға ҡаршы диспансеры айлыҡ иғлан итте. Уның сиктәрендә төрлө осрашыуҙар, лекциялар, аңлатыу эштәре алып барыласаҡ.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

4 мартта Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында (Чайковский урамы, 30) «Серҙәш» клубы һәм «Әсәйҙәр» төркөмө «Сәләмәт бала табыу серҙәре» тип аталған асыҡ һөйләшеү үткәрә. Сара 17.00 сәғәттә башлана. Белешмәләр өсөн телефон: 5-13-07.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Сибай ҡалаһының «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Ильяс тиҫтерҙәренән үҙһүҙлелеге, ныҡышмаллығы менән айырылып тора. Шашка уйыны буйынса алдынғылыҡты бирмәй, ярыштарҙа призлы урындар яулап килә.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек комитетының сираттағы ултырышы үтте. Уны ойоштороу комитеты рәйесе ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов алып барҙы.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

Сибай ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Еңеү салюты» тип аталған халыҡ ижады конкурсы уҙғарыла.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында Әҙәбиәт йылын асыуға арналған кисә үтте. Әҙәбиәттең тормошта тотҡан роле, әһәмиәте хаҡында класс сәғәттәрендә әңгәмәләр уҙғарылды, күренекле башҡорт яҙыусылары ижадына арналған дәрестәр, әҙәби саралар үткәрелде. Уҡыусылар төрлө кимәлдәге ижади конкурстарҙа ҡатнашты.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Йәшерен түгел, былтыр элеваторҙа хәлдәр яҡшынан булманы. Предприятиеның тирмәнен реконструкциялауға инвестиция йәлеп итеү был тәңгәлдә эштәрҙе урынынан ҡуҙғатып ебәрҙе. Тәүлегенә 300 тоннаға тиклем иген тартыуға һәләтле тирмәнде реконструкциялау инвестицион проекты тормошҡа ашырыла башланы.  

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

           Сибай ҡалаһының сауҙа, йәмәғәт туҡланыу тармағы һәм шәхси эшҡыуарҙар уҙған йылға йомғаҡ яһаны. 2014 йылда ҡалала тауар әйләнеше 11 миллиард 893 миллион һум тәшкил иткән. «Тандер», «Риана», «Ләйсән», «Төҙөлөш ихатаһы-Йорт», «Бизнес-консалт» йәмғиәттәрендә сауҙа әйләнеше үҫеш кисергән.

Прочесть | Комментариев: 0 |

 БДУ-ның Сибай институтында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған матур сара үтте. Иң тәүҙә уҡыу йортоноң алдындағы башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренең бюстарына сәскәләр һалдыҡ.

 

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

              Ошо көндәрҙә беҙ, Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсетенә йөрөүсе бер төркөм шәкерт ҡатын-ҡыҙҙар, Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайға сәйәхәт ҡылдыҡ. Сәйәхәттең төп маҡсаты—Каруанһарайҙың мәсетен күреү, унда дини ғәмәлдәр ҡылып, тарихы менән танышып ҡайтыу ине.

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Эш буйынса Сибай ҡалаһына килгәнендә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет рәйесе Вячеслав Пятков Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең конфессия-ара, этник-ара һорауҙар буйынса комиссия ултырышында ҡатнашты, мәҙрәсә төҙөлөшө менән танышты.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

Сибай ҡалаһының М.Fафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында уҙған «Рәсәй саңғы юлы-2015» күмәк спорт ярышында 600-гә яҡын кеше саңғыға баҫты. Бөйөк Еңеүҙең—70, Сибай ҡалаһының 60 йыллығына арналған сарала сибайҙар ғына түгел, Баймаҡ, Хәйбулла районы саңғысылары ла ҡатнашты.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

             Сибай ҡалаһының «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексында кикбоксинг буйынса XII Бөтә Рәсәй турниры үтте. Спорт һөйөүселәр «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте кубогы өсөн көс һынашты.

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте янында балалар үлеме сәбәптәрен анализлау буйынса комиссия эшләп килә. Сираттағы ултырышта февраль айы башында 5 айлыҡ сабыйҙың һәләк булыуы сәбәптәре тикшерелде.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

«Сулпан» балалар театрының йәш таланттарынан торған «Баш&Арт-шоу» студияһы мәрхәмәтлек акцияһы ойошторҙо. Был сараға инвалид балалар, үҫмерҙәр, Сибай халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге стационарында йәшәүсе ололар йәлеп ителде.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

         Терроризм хәүефе—бөтә ер шары халҡын ҡурҡытҡан һәм борсоған күренеш. Белеүебеҙсә, терроризмдың нигеҙендә көтөлмәгәнлек, ғауға ҡуптарыу һәм кешегә ҡарата ҡанһыҙлыҡ тора. Һуңғы йылдарҙа терроризм бигерәк көсәйеп китте.

Прочесть | Комментариев: 0 |

1 февралдә 100 йәшен тултырыусы Анна Федоровна Селивановаға Рәсәй Федерацияһы Президентының персональ ҡотлау хаты тапшырылды. Сибай ҡалаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы етәкселеге әйтеүенсә, ошоға тиклем 90-95 йәшлек ололарҙы ҡотлау тантаналары булған, ә йөҙйәшәр юбилярҙы тәүге тапҡыр тәбрикләүҙәре.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 Сибай ҡалаһының «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексында кикбоксинг буйынса XII Бөтә Рәсәй турниры үтте. Спорт һөйөүселәр «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте кубогы өсөн көс һынашты.

 

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

2014 йылға йомғаҡ яһау сараһы күләмле һәм йөкмәткеле булды. Көндөң тәүге яртыһында Балалар ижады үҙәгендә уҙғарылған Сибай ҡалаһы ҡала округы Советының 38-се ултырышында йылға йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе—Премьер-министр урынбаҫары И.А.Тажетдинов ҡатнашты.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |
Страниц: << < 1 2 3 4 5 6 > >>
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай