Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

 

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте муниципаль хеҙмәт вазифаһына вакант урынды биләүгә - Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы вазифаһына конкурс иғлан итә.
Документтар иғлан баҫылған ваҡыттан 20 көн дауамында ҡабул ителә. Эш көндәрендә Сибай ҡалаһы, Ленин урамы, 9/1 адресы буйынса 303-сө кабинетҡа мөрәжәғәт итергә.
Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Хөрмәтле сибайҙар!
Балаларығыҙ менән бергә һуғыш ҡырында ятып ҡалған, тылда мәрхүм булған туғандарығыҙҙың фотоһүрәттәрен музейға тапшырыуығыҙ һорала. Фотоларҙы muzey_sibay@mail.ru   адресы буйынса электрон почтаға ебәрергә мөмкин.
Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Үткән аҙнала Балалар сәнғәт мәктәбе ҡала поликлиникаһы менән берлектә Шәриповтар араһының шәжәрә байрамын ойошторҙо.
Ҡалала бындай сараларҙы үткәреү буйынса бай тәжирбә тупланған. Был осраҡта ла тәүҙә киң эҙләнеү эштәре башҡарылды. Шуға ла байрам тәрән мәғәнәле, бай йөкмәткеле булды. Ҡала хакимиәтенән, Сибай институтынан килгән ҡунаҡтар уға йәм өҫтәне.
Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Бөгөн Сибай ҡалаһы, тотош Башҡортостандың Урал аръяғы төбәге  тормошонда тарихи ваҡиға булды – оҙаҡ туҡтап торғандан һуң Сибай аэропорты тәүге самолеты ҡабул итте.
Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Ошо арала үҙенең 80 йәшлек оло юбилейын билдәләгән Камил Валиев үҙенең ижад юлын 1959 йылда, Гнесиндар исемендәге Мәскәү институтын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай.
Прочесть | Комментариев: 0 |

 

1 – 3 июндә Екатеринбург ҡалаһында Беренсе Халыҡ-ара декоратив ҡул эштәре конкурсы үтте. Сибайҙан «Аҡ тирмәлә ырыу аҡһаҡалдары ҡоро» тип алаған кейеҙгә төшөрөлгән композиция Беренсе дәрәжә Дипломға лайыҡ булды.
Прочесть | Комментариев: 0 |
03.06.10

Иғлан

 

21 июндә 19.00 сәғәттә Сибай дәүләт филармонияһы залында Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевтың концерты була.
Программала Республиканың атҡаҙанған артистары Алһыу Бәхтиева һәм Илсур Баимов, сәхнә оҫтаһы, Республиканың халыҡ артисы Алмас Әмиров һәм академия драма театрының йәш артистары ҡатнаша.
Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рәүил Рәшит улы Ибәтуллиндың Сибайҙа эш сәфәре маршруты шулай булды. Уны ҡала буйлап ҡала хакимиәте башлығы Фәим Фәтхулла улы Айҙарбәков оҙатып йөрөнө.
Прочесть | Комментариев: 0 |

Кисә ҡалабыҙҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитетының мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләһенә арналған күсмә ултырышы үтте.

 

Прочесть | Комментариев: 0 |

 27-29 майҙа Сибайҙа Башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара “Ирәндек моңдары» конкурсы үтте. Бәйгелә Башҡортостандың 6 ҡалаһынан, 17 районынан, Мәскәү ҡалаһынан, Татарстан Республикаһынан, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 103 кеше ҡатнашты. Шуларҙың 55-е – балалар.

Прочесть | Комментариев: 0 |

Cибай ҡалаһының үҙенә күрә матур йолалары, уның йөҙөн билдәләгән сағыу байрамдары байтаҡ. Ике йылға бер тапҡыр үткәрелә килгән Башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара “Ирәндек моңдары» конкурсы улар араһында айрым урын биләп тора. Уны халыҡ та, йырсылар ҙа, йыр фольклоры белгестәре лә көтөп ала.

Прочесть | Комментариев: 0 |

 

Бөгөнгө көндә ҡаланың барлыҡ предприятиеларында, ойошмаларҙа үткән 2009 йылға йомғаҡ яһала. Үткән аҙнала үҙ эштәрен ҡала уҡытыусылары барланы. Сара 7-се мәктәптә үтте.
Прочесть | Комментариев: 0 |
Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү саралары сиктәрендә ҡала поликлиникаһында Бөйөк Ватан Һуғышы ветерандары һәм инвалидтарына ентекле медицина тикшереүе үткәрелә башланы. Бөтәһе 150 кешене ҡарау поланлаштырыла. Диспансеризация һөҙөмтәләре буйынса ветерандар өсөн һауыҡтырыу-дауалау саралары үткәреү, өйҙә ятып дауаланыу ойоштороласаҡ.
Прочесть | Комментариев: 0 |
Республика көнө, Башҡортостан Республикаһында йәштәр башланғысын хуплау һәм үҫтереү йылына арналған рус теле һәм әҙәбиәте буйынса республика иншалар конкурсына йомғаҡ яһалды.
Прочесть | Комментариев: 0 |

Ҡаланың ветерандар ойошмаһы 2009 йылдағы эштәренә йомғаҡ яһаны.      

Прочесть | Комментариев: 0 |
Страниц: << < 8 9 10 11 12
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай