Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

Мини-футбол буйынса беренселек

 

Уҙған йомала Сибай ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә мини-футбол буйынса беренселек үткәрелде. Унда 2000, 2001, 2002 йылғы малайҙарҙан торған өс команда ярышты.

 

 

Үткән йыл БШПУ спорт мәктәбе янындағы биләмәгә яһалма үлән түшәп, бик матур майҙансыҡ булдырғайны. Әлеге турнир нәҡ шунда ойошторолдо. Ярыштың бағыусыһы булып «Ваҡыт» гәзите сығыш яһаны. Кубок өсөн һәр команда ҙур көс һәм тырышлыҡ һалды. Шулай ҙа 2000 йылғы малайҙарға етеүсе булманы. Улар хаҡлы рәүештә тәүге урынды яуланы. Икенсе урынға—2002-селәр, өсөнсөгә 2001 йылғылар сыҡты. Дауыт Fәрифуллин (башҡорт лицейы), Айгиз Хәмитов (гимназия), Динислам Сырлыбаев (6-сы мәктәп) үҙҙәрен иң шәп уйынсылар итеп танытты. Улар иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.

 

Опубликовано: 27.03.15 14:25 | Печать
Добавить комментарий

* Ваше имя:

* Заголовок:

* Сообщение:

 
Пункты помеченные * обязательны для заполнения!
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай