Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

Премьер-министр урынбаҫарының эш сәфәре

 

      Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Владимир Александрович Нагорный килде. Премьер-министр урынбаҫарының беҙҙең ҡалаға килеүенең төп маҡсаты—шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү булһа ла, ул төбәк менән танышыуҙы төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын, транспорт инфраструктураһын ҡарауҙан башланы. Владимир Александровичты Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов оҙатып йөрөнө.

 

В.А.Нагорный Үҙәк майҙандағы төҙөлөштө, Индустриаль шоссе урамында ҡалҡып сыҡҡан социаль торлаҡтарҙы, мәҙрәсәне, Куйбышев урамындағы яңы йорттарҙы ситтән генә ҡарап үтһә, Таусылар проспектындағы 8/3-сө йортҡа айырым туҡталды. Хатта 4-се ҡатта йәшәүсе 16-сы фатир хужаһы ҡунаҡтарҙы өйөнә индереп, бөтә уңайлыҡтарын күрһәтеп, заманса торлаҡ төҙөп биргәндәре өсөн етәкселәргә рәхмәт тә әйтте.

Бүләков урамы башында төҙөлөп ятҡан ун ҡатлы йортҡа уҙған йылдың ноябрендә нигеҙ һалынған. Йыл аҙағында сафҡа инәсәк торлаҡ янында балалар һәм спорт майҙансыҡтары ла хасил буласаҡ.

Владимир Александрович Балалар художество мәктәбе төҙөлөшөндә ҡулланылған материалдарҙың сифаты, етештереүселәре менән ҡыҙыҡһынды. Был өлкәлә белгес булараҡ, етешһеҙлектәрҙе лә, яҡшы яҡтарҙы ла шунда уҡ күрҙе.

Алтын ҡасабаһында ҡалҡып сыҡҡан 115 урынлыҡ балалар баҡсаһында әлеге көндә биҙәү эштәре бара. Бинаға күптән йылылыҡ бирелгән, канализация, һыу ҙа үткән. Төҙөүселәр балалар баҡсаһын май айында сафҡа индерергә тырыша. «Строймеханизация» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Н.И.Бирюков яңы объектты күрһәтеп сыҡҡандан һуң, Владимир Александровичҡа Сибайҙа базальт заводын төҙөүҙә булышлыҡ итеүҙе һорап хат тапшырҙы.

Ҡала тураһында хәбәрҙар булғас, Владимир Нагорный төп эшенә—шәхси һорауҙар буйынса кешеләрҙе ҡабул итеүгә күсте. Уға был көндө 16 кеше мөрәжәғәт итте.

Премьер-министр ҡайһы бер үтенестәрҙе шунда уҡ хәл итте, ҡатмарлыраҡтарын контролгә алды.

 

Опубликовано: 19.03.15 14:19 | Печать
Добавить комментарий

* Ваше имя:

* Заголовок:

* Сообщение:

 
Пункты помеченные * обязательны для заполнения!
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай