Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

Ташҡынға ҡаршы саралар

         Һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәктә яуым-төшөм аҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә яҙғы ташҡынға ҡаршы саралар ҡабул ителде.

Был тәңгәлдә оператив төркөм дә эшләй. Уларға һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған зоналарҙы контролдә тоторға, ваҡытында тәҡдимдәр индерергә, йылға буйҙарын көнкүреш ҡалдыҡтарынан, сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләр ойошторорға ҡушылды. Ташҡынға ҡаршы саралар планына ярашлы, ойошма, предприятие, учреждение етәкселәре 30 апрелгә ҡәҙәр дежур-диспетчер хеҙмәтенә (телефондары 2-77-29, 2-77-30, 2-77-31, факс 2-34-50) мәғлүмәт еткереп торорға ҡушылды.

 

Башҡортостан тирә-яҡ мөхит мониторингы һәм гидрометеорология буйынса идаралығы көндәлек прогноз менән таныштырып барырға бурыслы.

 

Опубликовано: 30.03.15 14:12 | Печать
Добавить комментарий

* Ваше имя:

* Заголовок:

* Сообщение:

 
Пункты помеченные * обязательны для заполнения!
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай