Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

Дин һәм милләт берҙәмлеге

 

25 мартта Сибай ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы янындағы дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр Советы «Дин һәм милләт берҙәмлеге диалогы—йәмғиәттәге патриотизм нигеҙе» исемле эшлекле кәңәшмә үткәрә.

 

              Унда республика етәкселеге, традицион конфессиялар, милли берекмәләр, йәмәғәт структуралары, уҡыу йорттары, йәштәр ойошмалары лидерҙары ҡатнаша. Йәнә Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Бөрйән, Учалы, Белорет, Күгәрсен райондарынан дәүләт-конфессия мәсьәләләре буйынса комиссия етәкселәре, дин әһелдәре килә. Кәңәшмәгә прокуратура, ФСБ, эске эштәр органы вәкилдәре лә саҡырылған. Был сараны үткәреүҙең төп маҡсаты—традицион дини алымдарға таянып, мәҙәни мираҫтарҙы тергеҙеү, үҫтереү, милли берҙәмлек булдырыу, ватансылыҡ рухын күтәреү һәм йәштәр араһында тарала барған алама йүнәлештәргә, милләтселеккә ҡаршы тороу, социаль проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү.

Опубликовано: 23.03.15 14:04 | Печать
Добавить комментарий

* Ваше имя:

* Заголовок:

* Сообщение:

 
Пункты помеченные * обязательны для заполнения!
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай