Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

«Еңеү салюты» конкурсының төбәк этабы

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында «Еңеү салюты» республика конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларының «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемдәр йөрөтөүсе ижади коллективтарының сағыу сығыштары тәҡдим ителде.

 

Һәүәҫкәр артистарҙың сығыштарын Өфөнән килгән жюри ағзалары—Хәрби дан республика музейы директоры Илшат Үтәев, республика Халыҡ ижады үҙәгенең бүлек начальнигы Эльвира Әхмәтйәнова, хореография буйынса белгес, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең вокал-хор жанры буйынса белгесе Наталья Кондакова һәм фольклор буйынса баш белгес Гөлгөнә Баймырҙиналар баһаланы.

Сибай һәүәҫкәрҙәре «Беҙҙең Еңеү—донъя Еңеүе!» исемле ижади программа тәҡдим итте. Бай йөкмәткеле концертта 4 йәштән алып 95 йәшкә тиклемге 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Григорьевич Огневтың дәһшәтле һуғыш тураһында яҙған шиғырын уҡып ишеттереүе йәштәргә лә, ололарға ла фәһем булды.

Шулай уҡ «Еңеү» марафоны сиктәрендә үҙешмәкәр халыҡ коллективтарының «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» исемле республика фестивале үтә. Фестивалдә «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемдәрҙе йөрөтөүсе һәүәҫкәр ансамблдәр сығыш яһап, үҙҙәренең ошо юғары исемдәргә лайыҡ булыуын иҫбатланы. Сибай ҡалаһының 19 үҙешмәкәр коллективы «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемдәрен артабан да йөрөтөүгә һәм ең һыҙғанып ижад итеүгә лайыҡлы тип табылды. Тағы ла өс ижади коллективтың ошо юғары исемгә дәғүә итеүе ҡыуаныслы хәл.

 

Опубликовано: 30.03.15 14:04 | Печать
Добавить комментарий

* Ваше имя:

* Заголовок:

* Сообщение:

 
Пункты помеченные * обязательны для заполнения!
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай