Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

«Еңеү» марафоны

 

Быйыл 2 февралдән Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы «Еңеү» марафоны старт алды. Был сарала республикабыҙҙың барлыҡ ҡалалары һәм райондары ҡатнаша. Марафон сиктәрендә Башҡортостандың төрлө төбәктәре буйлап «Мәңгелек ут» капсулаһы «сәйәхәткә» сыҡты. Сибайҙарға Еңеү символы Йылайыр районынан килгәйне.

 

14 мартта «Мәңгелек ут» капсулаһын сибайҙар тантаналы рәүештә Дыуан районы вәкилдәренә тапшырҙы. Ҡаланың Еңеү паркында урынлашҡан «Мәңгелек ут» мемориалы янында ойошторолған сарала Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Р.Хәйруллин, Дыуан районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Р.Кинйәбулатов, Баймаҡ районы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Р.Ф.Иҫәнбаев, Баймаҡ районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Х.Йыһаншина, «Еңеү салюты» республика конкурсының жюри ағзалары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ҡаланың Почетлы граждандары, ойошма һәм предприятие етәкселәре, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

 

Опубликовано: 16.03.15 12:45 | Печать
Добавить комментарий

* Ваше имя:

* Заголовок:

* Сообщение:

 
Пункты помеченные * обязательны для заполнения!
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай