Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

Үлемһеҙ полк

 Сибай ҡалаһы йәмәғәтселеге быйыл да «Үлемһеҙ полк» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашасаҡ. Былтыр был сараға йөҙҙән ашыу кеше ҡушылһа, быйыл ҡатнашыусылар һаны бермә-бер артыуы көтөлә.

 

 

Нимә ул «Үлемһеҙ полк» проекты? Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә шаңдау тапҡан был проекттың маҡсаты ябай: Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙе йәки унан әйләнеп ҡайтып баҡыйлыҡҡа күскән ветерандарҙы хәтергә алыу, йәштәрҙе, балаларҙы олатайҙар ҡаһарманлығы менән таныштырыу, тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу, ғорурлыҡ тәрбиәләү. Был сарала ҡатнашыу өсөн бары тик үҙ һалдатыңдың (армия һәм флот ветеранының, тыл хеҙмәтсәненең, партизан, концлагерь тотҡононоң, блокадала булыусы туғаныңдың) фотоһүрәтенең ҙурайтылған вариантын тотоп, уның аҫтына батырҙың исем-шәрифен һәм хәрби дәрәжәһен күрһәтеп, 9 Майҙа «Үлемһеҙ полк» колоннаһына ҡушылыу ғына талап ителә.

 

Опубликовано: 25.03.15 12:29 | Печать
Добавить комментарий

* Ваше имя:

* Заголовок:

* Сообщение:

 
Пункты помеченные * обязательны для заполнения!
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай