Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

Кәңәшмә үтте

Сибай ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы, традицион конфессиялар, милли берекмә һәм йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашлығында «Диндәр диалогы һәм милләттәр берҙәмлеге—йәмғиәттәге патриотизм нигеҙе» исеме аҫтында эшлекле кәңәшмә үтте. Республика Башлығы янындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса Совет рәйесе В.П.Пятков етәкселегендәге сарала мәртәбәле ҡунаҡтар һәм Урал аръяғы райондарынан диндарҙар ҡатнашты.

 

             Республика Башлығы хакимиәтенең эске сәйәсәт буйынса етәксеһе урынбаҫары Максим Владимирович Михайлов үҙ-ара ышанысты нығытырға, рухи ҡиммәттәргә һаҡсыл ҡараш булдырыуға берҙәм көс һалырға саҡырҙы. Бер үк ваҡытта закон тарафынан ҡабул ителгән аныҡ сиктәрҙе үтмәй генә эш итергә әйҙәне һәм диндең социаль проблемаларҙы хәл итеүҙә роле ҙур булыуын билдәләне. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов иһә ҡаланың социаль-иҡтисади тормошона ҡыҫҡаса байҡау яһағандан һуң, урындағы дини үҙәктәрҙең төп эшмәкәрлегенә туҡталды. Ҡалала төҙөлә башлаған мәҙрәсәне сафҡа индереүҙе тиҙләтеү кәрәклеген дә билдәләне. 

Сарала сығыш яһаусылар байтаҡ булды, тәжрибә уртаҡлашыусылар ҙа, диндарҙарға һорау биреүселәр ҙә табылды. Fөмүмән, һөйләшеү етди темаға арналды. Кәңәшмәне йомғаҡлап, республика Башлығы янындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса Совет рәйесе В.П.Пятков бер кем алдында ла теҙләнмәгән Рәсәйҙе болғарға тырышыусылар ҡотҡоһона бирелмәҫкә, ҙур янғын сығарыу һәләтенә эйә булған нәфрәт осҡондары сәсмәҫкә һәм дөйөм йортобоҙ булған илебеҙҙә һәр саҡ йылылыҡ, тыныслыҡ, тәртип булыуын теләне.

Опубликовано: 26.03.15 12:23 | Печать
Добавить комментарий

* Ваше имя:

* Заголовок:

* Сообщение:

 
Пункты помеченные * обязательны для заполнения!
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай