Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

Айлыҡ иғлан ителде

  «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы буйынса 1 марттан 31 мартҡа тиклем газды хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса айлыҡ иғлан итте.

 

 

Тәбиғи газдың уңайлы йылытыу сараһы ғына түгел, хәүефле яғыулыҡ та булыуын көнкүрештә булып торған фажиғәләр раҫлай. Кешеләр цивилизацияның был төрөнә шул тиклем күнеккән, хатта уның хәүефһеҙ ҡулланылышы өсөн яуап биреүҙе иҫтән сығара.

Халыҡ газды аш-һыу әҙерләү өсөн генә түгел, торлаҡты йылытыу өсөн дә ҡуллана. Йылытыу миҙгеле осоронда янғындар сығыу, һөрөм газы менән ағыуланыу осраҡтары күпкә арта. Фажиғәләр башлыса ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, мейестәрҙең, ҡаҙанлыҡтарҙың төҙөк булмауы, газ приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырыу арҡаһында килеп сыға. Кеше һөрөм газы менән ағыуланыуын һиҙмәй ҙә ҡала, сөнки уның еҫе лә, төҫө лә юҡ. Был газдың концентрацияһы 0,32 процентҡа етһә, ағыуланыусы аңын юғалта, фалиж һуғыуы ихтимал. Концентрация миҡдары 1,2 процентҡа еткәндә иһә кешенең 2-3 тапҡыр һулыш алыуы ла үлемесле.

 

Газ ҡорамалдары милекселәренән «Росстройгазификация» йәмғиәте тарафынан 1990 йылдың 26 апрелендә раҫланған көнкүрештә газ менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен кисектергеһеҙ үтәү талап ителә.

 

 

Опубликовано: 10.03.15 12:40 | Печать
Добавить комментарий

* Ваше имя:

* Заголовок:

* Сообщение:

 
Пункты помеченные * обязательны для заполнения!
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай