Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

Таҙалыҡ өсөн

Сибай ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы эшсәндәре яҙғы мәлдә икеләтә көс менән эшкә тотонған.

 

Урам һепереүселәр тротуарҙарҙы боҙҙан, бысраҡ ҡарҙан таҙартыу, туҡталыштар эргәһендә һәм скверҙарҙа сәселеп ятҡан сүп-сарҙы йыйыу, ҡарҙан әрселгән майҙансыҡтарҙы һепереү менән мәшғүл. Ир-егеттәр бригадаһы Пролетар, Маяковский һәм З.Вәлиди урамдарында юл буйында үҫеп ултырған ағастарҙың остарын киҫеп сыҡҡан. Шулай уҡ эшселәр ҡалаға ингән урындарҙы, атап әйткәндә, Ҡыҙыл, Баймаҡ, аэропорт, Төйәләҫ, Алтын һәм Ар-ҡайым йүнәлешендәге юлдарҙы бысраҡ ҡарҙан таҙартып, рәткә килтергән.

 

Опубликовано: 09.03.15 12:28 | Печать
Добавить комментарий

* Ваше имя:

* Заголовок:

* Сообщение:

 
Пункты помеченные * обязательны для заполнения!
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай