Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

Ер реформаһы башланды

       2015 йылдың 1 мартынан Рәсәйҙә ер реформаһы башланды. Реформаға ярашлы һәр Рәсәй гражданына, ғаиләһенә буш ятҡан ерҙәрҙе алып, унда хужалыҡ ойоштороу мөмкинселеге бирелә.  

Ер участкаһы урынын һайлау граждан ихтыярында, теләк буйынса уны ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙән дә, ауыл биләмәһенән дә алырға була. Шулай уҡ емеш-еләк үҫентеләре ултыртыу, бесән сабыу, умартасылыҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр урман тирәһендәге ерҙәрҙе лә үҙләштереү хоҡуғына эйә. Ер алыуҙың төп шарты - кеше һайлаған участка дәүләт йәки муниципаль милектә һәм быға тиклем файҙаланылмаған булырға тейеш. Йәғни, башҡа граждандарға йәки ойошмаларға бирелгән булырға тейеш түгел.

 

Опубликовано: 06.03.15 12:21 | Печать
Добавить комментарий

* Ваше имя:

* Заголовок:

* Сообщение:

 
Пункты помеченные * обязательны для заполнения!
 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай