Главная|Совет городского округа|Администрация городского округа|Документы|Виртуальная выставка|Архив новостей|
 
 
Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

 

Баннер Единого портала государственных и муниципальных услуг (функций)

 

 

 

 

 

Ҡала тарихы

 Ҡала тарихы

Мәғрүр Урал тауы буйында кешеләр борон-борондан баҡыр иреткән. Арҡайым, Таналыҡ ҡаласыҡтары, урындағы архиологик ҡаҙыныуҙар, боронғо мәғдән сығарыу урындары ошо хаҡта һөйләй. Рәсәй сәнәғәтселәре иһә төбәктең ҡаҙылма байлыҡтарын Петр I батша заманында үҙләштерә башлай. Бөгөн Сибай ҡалаһы урынлашҡан Таналыҡ-Баймаҡ тау-мәғдән районында баҡыр һәм алтын иретеү заводы 1913 йылда төҙөлә.

Легендала әйтелеүенсә, йөҙ йылдан ашыу элек Иҫке Сибай ауылы һунарсыһы (исеме тарихта һаҡланмаған) һуҫар аулап, уның өңөн ҡаҙа һәм ялтырауыҡ таштары булған ҡыҙыл балсыҡҡа юлыға. Балсыҡ, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн яраҡлы булғанлыҡтан, урындағы халыҡ уны тире, ағас әйберҙәр, тирмә ҡаралтыһын буяу өсөн тотона. Балсыҡ алыу урыны ҙурайғандан-ҙурая бара. 1912 йылдың яҙында Яңы Сибай ауылынан Әмир Әбделҡасим улы Хоҙайбирҙин бер нисә тоҡ балсыҡты, Баймаҡҡа алып барып, Көнъяҡ Урал тау акционерҙар ойошмаһы бойороусы-директоры А.Ф. Кабановҡа тапшыра. Анализдар күрһәтеүенсә, был мөҙҙәтендә байтаҡ миҡтарҙа алтын һәм көмөш булған тимерле һоро балсыҡ булла.

Коспания ятҡылыҡта эҙләнеү эштәрен башлай. 1915 йылда разведкалау шахтаһы ҡаҙыла.

Граждандар һуғышы осоронда предприятие талана һәм емерелә. Шахтаны һыу баҫа.

Сибай ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылығында яңынан эштәр тик 1925 йылда ғына башлана. Ҡаҙып алынған мәғдән ылау менән Баймаҡ баҡыр иретеү заводына оҙатыла. Яйлап рудниктың хужалығы киңәйә, эшселәр һаны арта бара. Оҙаҡламай 227 кешегә етә.

1938 йылдың аҙағында Сибай ауылы эшселәр ҡасабаһы итеп үҙгәртелә. 1939 йылда Сибай руднигының артабанғы яҙмышын хәл иткән ваҡиға булла – ҙур мәғдән ятҡылығы табыла. Уны Яңы Сибай ятҡылығы тип атайҙар. Бында мәғдән ҡаҙып алыу өсөн бик уңайлы тәрәнлектә – бары тик 8 – 10 метрҙа ғына ята.

 

СССР Төҫлө металлургия министрлығының Баш геология идаралығы Көнъяҡ Уралдағы иң ҙур полиметалл мәғдән ятҡылығын асыусылар булараҡ Сибай руднигы коллекторы И.Ф. Мотаевты, геолог Ф.У. Ковалевты, геофизик С.А. Петропавловскийҙы таный.

1944 йылда, ауыр һуғыш осоро шарттарында, Сибайҙа баҡыр иретеү заводы сафҡа индерелә.

1948 йылдың 25 мартында Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатын төҙөү тураһында СССР Министрҙар Советы ҡарары ҡабул ителә. Документта түбәндәге объекттарҙы төҙөү тураһында әйтелә:

- йылына 1,5 млн. тонна мәғдән сығарыу ҡеүәтле рудник;

- тәүлеген2 2000 тонна мәһдән эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған Сибай байыҡтырыу фабрикаһы;

- йылына 700 мең тонна яғыулыҡ брикетлау фабрикаһы;

- 380 мең тонна көкөрт, 21 мең тонна ҡара баҡыр етештереү ҡеүәтле баҡыр-көкөрт заводы;

-36 мең кВт электр энергияһы етештереүгә иҫәпләнгән станция;

- 110 мең кв. м торлаҡ.

Сибайҙа тау-байыҡтырыу сәнәғәте менән бер рәттән халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтары ла үҫеш ала. Буласаҡ ҡаланың ныҡлы һәм ышаныслы иҡтисад нигеҙе һалына. Халыҡ һаны арта: әгәр 1947 йылда Сибайҙа  7 мең кеше йәшәһә, 1955 йылда – 20 меңдән ашыу.

1955 йылдың 21 ноябренда РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән Сибай эшселәр ҡасабаһына республика ҡарамағындағы ҡала статусы бирелә.

Бөгөн Сибай – сәнәғәт, мәғәриф һәм мәҙәниәт үҙәге, Урал аръяғының төп транспорт төйөнө.

Ҡалала 67 меңдән ашыу кеше йәшәй.

 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай