Главная|Совет городского округа|Администрация городского округа|Документы|Виртуальная выставка|Архив новостей|
 
 
Отдых декабре, январе, феврале. Турагенство чип трип.

 

Баннер Единого портала государственных и муниципальных услуг (функций)

 

 

 

 

 

Географик ултырышы

Географик ултырышы

Сибай Европа менән Азия сигендә, Көнъяҡ Уралдың мөһәбәт һырты – Ирәндек  тауы – сикһеҙ Көнбайыш Себер киңлектәренә  күскән төбәктә урынлашҡан. Картала уны табыуы ауыр түгел: Магнитогорск ҡалаһынан 100 километр, тура үткәрһәң - Өфөнән – 521, Белореттан көнъяҡ-көнсығышҡа 173 километр алыҫлыҡта ята.

Бында – континенталь климат. Йәй йылы, йышыраҡ  эҫе һәм ҡоро, ә ҡыш - һалҡын. Дымға бай атлантик һауаның үтеп инеүен тауҙар тотҡарлай. Йыш иҫкән төнъяҡ-көбайыш, көнъяҡ һәм көнъяҡ-көнсығыш йүнәлешендәге елдәр ҡоро һауа массаһы һәм саң бурандары алып килә.

Йыллыҡ температура айырмалығы 80 градустан ашып китә.  Бөтә күҙәтеүҙәр тарихы осоронда ҡышҡыһын  абсолют минимум минус 47 градус тәшкил итте. Ә йәйгеһен абсолют максимум – плюс 39 градус.

Йыллыҡ яуым-төшөм кимәле – 300 мм. Климатик үҙенсәлектәр Сибай тирә-яғы тәбиғәтенең һәм хайуандар донъяһының үҙенсәлектәрен билдәләй.

 
© 2017 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г. Сибай